+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
17 Октябрь 2023, 03:40

Аварияларҙа үлем осраҡтары кәмегән

Башҡортостан Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ бүлеге начальнигы Владимир Севастьянов белдереүенсә, 2023 йылдың туғыҙ айында 2,6 мең авария теркәлгән, уларҙа 272 кеше һәләк булған, 3110 кеше яраланған.

Аварияларҙа үлем осраҡтары кәмегәнАварияларҙа үлем осраҡтары кәмегән
Аварияларҙа үлем осраҡтары кәмегән

Башҡортостан Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ бүлеге начальнигы Владимир Севастьянов белдереүенсә, 2023 йылдың туғыҙ айында 2,6 мең авария теркәлгән, уларҙа 272 кеше һәләк булған, 3110 кеше яраланған.

Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны - 8,7 процентҡа, ә зыян күреүселәр иҫәбе 0,1 процентҡа кәмегән.

Юлдарҙағы аварияларҙың төп сәбәптәре булып транспорт сараларының төкөшөүе һәм йәйәүлеләрҙе бәрҙереү тора. Иҫерек водителдәр тарафынан яһалған уның 266 осрағы теркәлгән. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы авариялар һаны арта, пассажир транспортының төҙөк булмауы сәбәпле юлдарҙа күңелһеҙ хәлдәр булып тора.

Автор:
Читайте нас