+30 °С
Болотло


Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Сибайҙа янғын һөҙөмтәһендә кеше һәләк булған.
Ҡалаһының Таулы ҡасабаһында 73 йәшлек йорт хужаһы һәләк булған. Ут менән 2 кв. м майҙан ғына ялмап алынған була. Ҡотҡарыусылар ирҙе иҫенә килтерергә тырышһалар, тик ул һөҙөмтә бирмәй.
Ваҡиға урынында янғын сәбәптәре асыҡлана.