+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Октябрь 2023, 04:10

Грант ярҙамға килә

Быйыл республикала 264 йәш эшҡыуар милли проект сиктәрендә финанс ярҙам  алған.

Грант ярҙамға киләГрант ярҙамға килә
Грант ярҙамға килә

Быйыл республикала 264 йәш эшҡыуар милли проект сиктәрендә финанс ярҙам  алған.

Үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 14 йәштән 25 йәшкә тиклемге үҙ эшен башлаған йәштәр өсөн тәғәйенләнгән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә грант программаһы тураһында һөйләй.

“Республикабыҙҙа эшһөйәр, һәләтле кешеләр байтаҡ, йыл һайын йәш эшҡыуарҙар һаны арта ғына бара. Бөгөн мин һеҙҙе шундайҙарҙың береһе - Ҡырмыҫҡалы районынан Азамат Ураҙғолов менән таныштырырға теләйем. Азамат «Молот» тхэквондо буйынса балалар клубтары селтәрен ойоштора. Тәүге клубын Азамат 2021 йылда Архангел ауылында аса. Бөгөнгө көндә клубтың бөтә республика буйынса 12 филиалы бар, унда 400-ҙән ашыу бала, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгәндәр шөғөлләнә. Спортсылар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа даими ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Йыл һайын спорт лагерҙары үткәрелә. Азамат ғариза биргән һәм 500 мең һумлыҡ федераль грант алған. Был аҡсаға Ул Стәрлетамаҡ районының Отрадовка ауылындағы клуб өсөн яңы ҡорамалдар һатып алған”, - тип яҙа ул.

Әйткәндәй, грант программаһында ҡатнашыуҙың төп шарттары булып, проект хаҡының кәм тигәндә 25 процентын үҙаллы финансларға, шулай уҡ «Минең эшем» үҙәктәренең береһендә бушлай уҡытыу үтергә әҙер булыу тора. Тулыраҡ мәғлүмәт менән республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының рәсми ресурстары тураһында танышырға мөмкин.

Грант ярҙамға килә
Грант ярҙамға килә
Грант ярҙамға килә
Автор:
Читайте нас