

2023 йылдың июнендә республикала күп балалы ғаиләләргә колледждарҙа белем алыу хаҡын компенсациялау формаһында өҫтәмә ярҙам тураһындағы закон үҙ көсөнә инде.
Документҡа ярашлы, компенсация күләме уҡыу йылы өсөн уҡыу хаҡынан 50% тәшкил итәсәк, әммә уҡыу йылы өсөн 30 мең һумдан да артмаясаҡ. Әле ошо закондың нормаларын үтәү өсөн төбәктең Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы Хөкүмәттең тейешле ҡарарын әҙерләгән.
Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, тәүге түләүҙәр 2023/2024 уҡыу йылы өсөн киләһе йылдың йәйендә башлана. Компенсация биреү тураһында ғаризаны йәшәгән урын буйынса халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларына тапшырырға кәрәк.
Был хоҡуҡ менән тәүгә 2,5 мең самаһы ғаилә файҙаланасаҡ. Ғөмүмән, 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләр һаны республикала 27,4% артҡан һәм 59 мең тәшкил иткән (сағыштырыу өсөн - 2010 йылда улар 46,3 мең булған).