+30 °С
Болотло


Бөгөн иртән, 13 октябрҙә, Ишембай районының Петровский ауылы үҙәгендә бер ҡатынға айыу ташланған. Был хаҡта «Башинформ»ға урындағы халыҡтан билдәле булған.
«Ауылдашыбыҙға инә айыу һөжүм иткән. Йыртҡысты ҡурҡытҡандар, ләкин ул ҡатындың арҡаһын яралап өлгөргән, ҡулы ла һынған», - тип хәбәр иткән ишембайҙар.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын ашығыс рәүештә Ишембай районы дауаханаһына оҙатылған. Табиптар уның хәлен ауыр тип баһалай.
Сығанаҡ: «Башинформ».