+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
12 Октябрь 2023, 04:29

Яҡтыртҡыстар ҡуйылды

Хәҙер кискеһен дә баш ҡала халҡы «Аҡбуҙат» ипподромынан алып «Трамплин»ға тиклем йәйәүләп йөрөп килә ала.

Яҡтыртҡыстар ҡуйылдыЯҡтыртҡыстар ҡуйылды
Яҡтыртҡыстар ҡуйылды

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Өфө муйынсағы» һуҡмағының яңы участкаһында яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер кискеһен дә «Аҡбуҙат» ипподромынан алып «Трамплин»ға тиклем йәйәүләп йөрөп килергә мөмкин. Унда иҫке электр бағаналары яңыларына алмаштырылған һәм 2 саҡрымға яҡын кабель һуҙылған. Бөтәһе 78 таяу алмаштырылған. Һуҡмаҡҡа асфальт түшәлгән.

Билдәләнеүенсә, «Өфө муйынсағы» участкаһы матур тәбиғәте, ылыҫлы ағастары менән ҡала халҡын үҙенә йәлеп итергә тейеш. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-11/na-esche-odnom-uchastke-ufimskogo-ozherelya-poyavilos-ulichnoe-osveschenie-3474446

Автор:
Читайте нас