+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
12 Октябрь 2023, 11:20

Яҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум отҡан

Башҡортостанда йәшәүсе бер кеше, дәүләт лотереяһын уйнатыуҙа ҡатнашып, 14,7 миллион һум отҡан. «Столото»ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 11 октябрҙә «Рапидо» дәүләт лотереяһының суперпризы - 14 795 679 һум уйнатылған. 

Яҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум отҡанЯҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум отҡан
Яҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум отҡан

Башҡортостанда йәшәүсе бер кеше, дәүләт лотереяһын уйнатыуҙа ҡатнашып, 14,7 миллион һум отҡан. «Столото»ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 11 октябрҙә «Рапидо» дәүләт лотереяһының суперпризы - 14 795 679 һум уйнатылған. 287711-се тираж һөҙөмтәләре буйынса яҡташыбыҙ еңеүсе булған.

«Әлеге ваҡытта уның мобиль ҡушымтала 300 һумлыҡ билет һатып алыуы ғына билдәле», - тип белдерҙеләр компанияла.

«Рапидо» ҡағиҙәләре буйынса, суперприз отор өсөн комбинацияларҙың бөтә һандарын тура килтереп яҙырға кәрәк. 

Сығанаҡ: «Башинформ». 

Автор:
Читайте нас