+30 °С
Болотло


Кисә республиканың ҡайһы бер райондарында ҡар яуған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙалар.
Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Белорет, Миәкә райондарынан тәүге ҡар тураһында мәғлүмәт бар.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә республикала һалҡынса була, яуым-төшөм көтөлә. Урыны менән епшек ҡар яуа. Көндөҙ +3,+10° булһа, төндә – минус 2, плюс 3 градус.