

11 октябрҙә Өфөлә фигуралы шыуыу буйынса «Ҡурай иле» Бөтә Рәсәй турнирын асыу тантанаһы үтте. Тамашасылар Олимпия чемпиондары Алина Заһитова һәм Анна Щербакованың, 2015 йылғы Донъя чемпионы Елизавета Туҡтамышеваның сығышын ҡарап һөйөндө. Алина Заһитова тамашасылар хөкөмөнә Two Feet төркөмөнөң I Feel Like Im Drowning композицияһына яңы бейеү программаһын тәҡдим итте.
Рәсәйҙең фигуралы шыуыу федерацияһы сайтында хәбәр ителеүенсә, байрам тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, илдең фигуралы шыуыу федерацияһы генераль директоры Александр Коган, Башҡортостандың Спорт министры Руслан Хәбибов, шулай уҡ паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова ҡатнашты.
Өфө тәүге тапҡыр Рәсәй Гран-при серияһының юниорҙар һәм өлкәндәр этаптарын ҡабул итә. Юниорҙар араһында ярыштар – 11–13 октябрҙә, ә өлкәндәр араһында турнир 14-15 октябрҙә уҙа.
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналынан.