+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Октябрь 2023, 11:10

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Республика көнө менән тәбрикләне.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланыРадий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Республика көнө менән тәбрикләне.

«Ҡәҙерле ватандаштар! Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе Республика көнө менән ҡотлайым!

Үҙ тормошон Башҡортостаныбыҙ менән бәйләгән һәр кемгә тырыш хеҙмәтегеҙ, берҙәм һәм татыу булғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Бөгөн ир-егеттәребеҙҙең, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың иң аҫылдары алғы һыҙыҡта. Улар Ватаныбыҙҙы һаҡлай, Рәсәйҙе, үҙ ғаиләләрен, киләсәгебеҙҙе яҡлап батырҙарса алыша. Ә беҙ һеҙҙең менән бергә тылды нығытабыҙ. Ҡаһармандарыбыҙҙың еңеп ҡайтыуы, тыуған еребеҙҙең сәскә атыуы өсөн хеҙмәт итәбеҙ.

Беҙгә ер йөҙөнөң ғәжәп матур төбәгендә йәшәү бәхете бирелгән. Хәҙер иһә үҙ тырышлығыбыҙ менән башҡарған эштәребеҙ, киләсәктә ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ, ейәндәргә ҡалдырасаҡ Башҡортостаныбыҙҙың ниндәй буласағы тураһында уйланыр мәл етте.

Был көндә һәр беребеҙгә фиҙакәр хеҙмәт, берҙәмлек, уңыштар һәм һаулыҡ теләйем!

Республикабыҙ сәскә атһын! Күп милләтле Башҡортостан халҡы мәңге татыу йәшәһен!» - тип яҙа Башҡортостан Башлығы.

Автор:
Читайте нас