

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте. Был дата инде 33 йыл Республиика көнө булараҡ билдәләнә.
Быйыл да баш ҡалабыҙ Өфөлә байрам сараларға бай булды. Беларусь премьер-министры Роман Головченко менән Абхазия Президенты Аслан Бжанияның килеүе уға мәртәбә өҫтәне.
“Башҡортостан” концерттар залында тантаналы ултырыш үтте. Республика етәксеһе, юғары ҡунаҡтар милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, күренекле шағир, республика дәүләтселеге башында тороусыларҙың береһе, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич, Рәсәй Геройы, легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Өфөнөң Совет майҙанында уҡыусыларҙы «шайморатовсылар» сафына бағышлау тантанаһы ойошторолдо. Дуҫлыҡ монументы тапҡырында, Ағиҙел йылғаһы буйында, Сухум ҡалаһындағы кеүек колоннадаға нигеҙ ташын һалыу сараһы булды. Шулай уҡ реконструкциянан һуң Аксаков баҡсаһы асылды.