+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Октября 2023, 03:45

Юғары наградаға лайыҡ

Кисә, 9 октябрҙә, Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төрлө һөнәр эйәләренә, сәнғәт оҫталарына, яҙыусыларға Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Юғары наградаға лайыҡЮғары наградаға лайыҡ
Юғары наградаға лайыҡ

Кисә, 9 октябрҙә, Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төрлө һөнәр эйәләренә, сәнғәт оҫталарына, яҙыусыларға Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Билдәле яҙыусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, “Башҡортостан ҡыҙы” журналын ике тиҫтә йылдан ашыу етәкләгән Гөлфиә Иҙелбаева (Юнысова) Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

Ул – Башҡортостанда, Мәскәүҙә, Татарстанда һәм хатта сит илдәрҙә донъя күргән тиҫтәләгән китап авторы. Әҫәрҙәре донъяның 25 теленә тәржемә ителгән.

Гөлфиә Иҙелбаева (Юнысова) шиғырҙарына 500-ҙән ашыу лирик, балалар өсөн йырҙар яҙылған.

Халҡы өсөн бик күп эшләгән, ижады менән дан ҡаҙанған, ошо көндәрҙә 75 йәшен билдәләгән юбилярҙы оло награда менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уға һаулыҡ, яңы уңыштар теләп ҡалабыҙ.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас