+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
10 Октябрь 2023, 05:46

Саҡмағош егете Жуков миҙалы менән бүләкләнде

Рәжәп ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ махсус операция биләмәһендә күрһәткән ҡыйыулығы, батырлығы һәм хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнде.

Саҡмағош егете Жуков миҙалы менән бүләкләндеСаҡмағош егете Жуков миҙалы менән бүләкләнде
Саҡмағош егете Жуков миҙалы менән бүләкләнде

Саҡмағош районы егете, «Граф» позывнойлы яугир Жуков миҙалына лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәте етәксеһе Реканс Ямалиевҡа һылтанма менән.

Рәжәп ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ махсус операция биләмәһендә күрһәткән ҡыйыулығы, батырлығы һәм хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнде.

Бынан алдараҡ республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановҡа генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Мәғлүм булыуынса, чиновник бер йыл самаһы элек үҙ теләге менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар генералы хөрмәтенә аталған батальонға яҙылғайны.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-10-09/boytsa-svo-iz-bashkirii-nagradili-medalyu-zhukova-3471431

Автор:
Читайте нас