+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Октября 2023, 06:05

Минскиҙа “Башҡорт әҙәбиәте көндәре” үтә

Бөгөн Башҡортостандан бер төркөм делегация Беларусь Республикаһында уҙасаҡ  “Башҡорт әҙәбиәте көндәре”нә юлланды. Минск ҡалаһында ойошторолған сараларҙа республикабыҙ әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүселәр – әҙәби журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, шағирҙар, прозаиктар ҡатнаша.

Минскиҙа “Башҡорт әҙәбиәте көндәре” үтәМинскиҙа “Башҡорт әҙәбиәте көндәре” үтә
Минскиҙа “Башҡорт әҙәбиәте көндәре” үтә

Минскиҙа – “Башҡорт әҙәбиәте көндәре” үтә

 

Бөгөн Башҡортостандан бер төркөм делегация Беларусь Республикаһында уҙасаҡ  “Башҡорт әҙәбиәте көндәре”нә юлланды. Минск ҡалаһында ойошторолған сараларҙа республикабыҙ әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүселәр – әҙәби журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, шағирҙар, прозаиктар ҡатнаша. Ҙур мәҙәни программала “түңәрәк өҫтәлдәр”, китап күргәҙмәһе, концерттар, Еңеү майҙанындағы монумент-обелискка сәскәләр һалыу, Белоруссияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, рәссам Виктор Барабанцевтың “Башҡортостан Виктор Барабанцевтың күҙҙәре менән” исемле күргәҙмәһен асыу ҡаралған. 11 октябрҙә,  Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Башҡортостан-Беларусь дуҫлығына арналған әҙәби-музыкаль кисә буласаҡ. Шулай уҡ программала Беларусь өсөн алышҡан башҡорт яугирҙәре иҫтәлегенә арналған айырым сара ла үтә.

Башҡортостандан делегация килеүгә, белорус баҫмаларында Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәре донъя күрәсәк. Шулай уҡ белорус яҙыусыларының да ижади емештәре башҡорт телендә республика әҙәби журналдарында баҫылып сыҡты.

“Беларусь Республикаһы илебеҙ өсөн ауыр ваҡытта ныҡлы терәк булды, ә дуҫтар, белеүебеҙсә, ауырлыҡта һынала. Һәм беҙ быны, шул иҫәптән яҙыусылар,  лайыҡлы баһаларға тейешбеҙ. Дуҫлығыбыҙҙы бар яҡлап нығытыу кәрәк. Ошо мөһим ваҡиға, әлбиттә, республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторолдо” – тип белдерҙе  Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.

Әлеге мәлдә Башҡортостан Яҙыусылар союзы  башҡорт телендә белорус әҙәбиәте антологияһын булдырыу өҫтөндә ҙур эш башлаған, шул уҡ ваҡытта Беларусь Республикаһында  ла башҡорт әҙәбиәте антологияһы әҙерләнә. Ике баҫманың да “исем туйы” н үткәреү киләһе йылға планлаштырылған.

 

Автор:
Читайте нас