+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
9 Октябрь 2023, 06:20

Ямғыр, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ көтөлә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә Башҡортостанда көндәр ямғырлы һәм һалҡын була. 

Ямғыр, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ көтөләЯмғыр, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ көтөлә
Ямғыр, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ көтөлә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә Башҡортостанда көндәр ямғырлы һәм һалҡын була. Дүшәмбе, 9 октябрҙә, ямғыр, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +6, +11°.

Шишәмбе, 10 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, төндә ҡар ҡатыш. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Температура төндә -2, +3°, көндөҙ +3, +8°.

Шаршамбы, 11 октябрҙә, бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, таулы райондарҙа төндә һәм иртән боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -2, +3°, көндөҙ +3, +8°.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас