

Бөгөн, 9 октябрҙә, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы коллективын яңы баш табип Радик Нәҙерғолов менән таныштырҙы. Радик Нәҙерғолов быға тиклем Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһында шундай уҡ вазифаны биләгән.
Радик Буранбай улы 6 октябрҙә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибай дауаханаһында һуңғы эш көнө булыуы хаҡында яҙған.
«Сибай минең өсөн ошо йылдарҙа эшләгән һәм йәшәгән ҡалам ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә тыуған һәм яратҡан ҡалам! Сөнки медицина өлкәһендәге юлым тап бында башланды. Бөгөн коллегаларыма бергә өлгәшкән һөҙөмтәләр, ярҙамдары, хеҙмәттәре, һөнәри бурысҡа тоғро ҡалғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә», – тип яҙған ул.
21-се дауахананың элекке етәксеһе Ринат Нагаев Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайланды, хәҙер ул парламентта даими нигеҙҙә эшләй, Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнгән.
Сығанаҡ: "Башинформ".