+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
9 Октябрь 2023, 07:54

10 октябрҙә Башҡортостанда – ҡыҫҡа эш көнө

10 октябрҙә Башҡортостан халҡын ҡыҫҡа эш көнө көтә, тип хәтергә төшөрҙөләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

10 октябрҙә Башҡортостанда – ҡыҫҡа эш көнө10 октябрҙә Башҡортостанда – ҡыҫҡа эш көнө
10 октябрҙә Башҡортостанда – ҡыҫҡа эш көнө

10 октябрҙә Башҡортостан халҡын ҡыҫҡа эш көнө көтә, тип хәтергә төшөрҙөләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

 11 октябрь – Республика көнө – Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән көнө.

2023 йылда байрам көнө 11 октябргә, шаршамбыға, тура килә.

«Шишәмбе, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 11 октябрҙәге байрам – Республика көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй», – тип белдерҙеләр Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас