+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Октябрь 2023, 09:22

Ял көндәре һалҡынайта

Башҡортостанда ял көндәрендә һалҡын булыуы көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет. 

Ял көндәре һалҡынайтаЯл көндәре һалҡынайта
Ял көндәре һалҡынайта

Башҡортостанда ял көндәрендә һалҡын булыуы көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет. Бөгөн, 6 октябрҙә, һауа температураһы һиҙелерлек түбәнәйә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Көндөҙ +5, +10 градус булыуы көтөлә.

Шәмбе, 7 октябрҙә, йәнә бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +3, +8 градус, көндөҙ һауа +10, +15 градусҡаса йылына.

8 октябрҙә лә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +1, +6 градус булһа, көндөҙ һауа температураһы +5, +10 градусҡа тиклем күтәрелә.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас