+30 °С
Болотло


Кисә, 5 октябрҙә, етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының беренсе пленар ултырышы үтте. Унда республика парламенты етәкселәре һайланды.
Парламент спикеры вазифаһында Константин Толкачев ҡалды. Ул тәүге тапҡыр республиканың закондар сығарыу органы етәксеһе булып 1999 йылда тәғәйенләнгәйне.
Рәйес урынбаҫарҙары бурыстарын һөнәри нигеҙҙә Илшат Тажетдинов, Тамара Танһыҡҡужина һәм Салауат Хөсәйенов башҡарасаҡ. Ә КПРФ-тан Вадим Старов парламент вице-спикеры вазифаһын төп эшенән айырылмай алып бара.