+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Октябрь 2023, 04:10

Хөкүмәт йортонан – Ҡоролтайға

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдиновты, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинды һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровты вазифаларынан бушатты.

Хөкүмәт йортонан – ҠоролтайғаХөкүмәт йортонан – Ҡоролтайға
Хөкүмәт йортонан – Ҡоролтайға

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдиновты, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинды һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровты вазифаларынан бушатты.

Был ҡарар юғары дәүләт органдары кадрҙарының республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары итеп һайланыуға бәйле.  

Илшат Тажетдинов кандидатураһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәҡдим ителде. Айбулат Хажиндың – Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса парламент комитетын, ә Фәрит Ғүмәровтың Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитетын етәкләүе ихтимал, тип белдерелә.

Автор:
Читайте нас