

Яңы йылдан уртаса пенсияның күләме айына 23,2 мең һум тәшкил итергә тейеш. Был хаҡта илдең финанс министры Антон Силуановтың һүҙҙәренә һылтанма менән «Российская газета» хәбәр итә.
Рәсәйҙең финанс министры билдәләүенсә, 1 ғинуарҙан пенсиялар 7,5 процентҡа индексациялана (был фаразланған инфляция кимәле), шунан һуң уның уртаса күләме 23 244 һум булыр, тип көтөлә. Бының өсөн бөтәһе 600 миллиард һум аҡса талап ителәсәк.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда тәғәйенләнгән пенсияларҙың уртаса күләме 19 038 һумға етә. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 6,3 процентҡа күберәк, былтыр иһә уртаса пенсия 17 910 һум тәшкил иткән.
2023 йылдың 1 июненә ҡарата Башҡортостанда 1 139 315 пенсионер иҫәпләнгән. 2022 йылдың ошо айы менән сағыштырғанда уларҙың һаны 13,7 мең кешегә кәмегән.
Шул уҡ ваҡытта 172 мең пенсионер һаман эшләп йөрөй.
Сығанаҡ: "Башинформ".