

Театр коллективы яңы миҙгелде күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. Был хаҡта театрҙа үткән пресс-конференцияла уның директоры Иршат Фәйзуллин белдерҙе. Иршат Ишбулат улы коллективтың ижади эшмәкәрлеге, уңыштары, Ҡазан ҡалаһына гастролдәре һәм дә Венгрияла үтәсәк Х Халыҡ-ара театр олимпиадаһында ҡатнашыуҙары тураһында һөйләне. Будапешт ҡалаһындағы фестивалдә Айрат Абушахмановтың “Джут” спектакле күрһәтеләсәк. Ҡаҙаҡ сығышлы Рәсәй драматургы Олжас Жанайдаровтың “Джут” әҫәре Ҡаҙағстанда 30-сы йылдарҙағы аслыҡ хаҡында.
Яңы ижад миҙгелен асасаҡ йәш яҙыусы Заһиҙә Мусинаның “Килен” повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль – режиссер Фирғәт Ғариповтың дебюты. “Беренсе тапҡыр прозанан сәхнә ҡанундарына ярашлы инценировка эшләнек. Камил сәхнә әҫәрен тыуҙырыуға ҙур көстө Зөһрә Бураҡаева һалды. Шулай уҡ йәш рәссам Алина Нурмөхәмәтованың, композитор Шәүрә Сәғитованың да ҙур сәхнәлә тәүге эштәре. Повесть мине бик ныҡ тулҡынландырҙы, ундағы яҙмыштар тетрәндерҙе, ә әҫәрҙең авторы 25 йәшлек кенә ҡыҙ икәнен белгәс, аптыратты”, – тип күңел кисерештәре менән уртаҡлашты Фирғәт Рәмил улы.
Театр коллективы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы буйынса ла ең һыҙғанып эш башлаған. Яңы постановка хаҡында уның режиссеры Айрат Абушахманов бәйән итте. Яңы йылға һәм Яңы йылдан һуң күрһәтеләсәк, ике спектаклдән торған тамаша бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле булмаҡсы.
Ноябрь айында Ирек Булатовтың бенефисы уңайынан ”Мөхәббәт ҡоштары” (И.Йомағолов, реж.Ф.Ғарипов), Башҡортостандың халыҡ артисы Муллайән Һөйәрғоловтың 90 йәшлек юбилейы айҡанлы “Йәш йөрәктәр” (Ф.Бурнаш, реж.Ф.Ғарипов) спектаклдәре күрһәтеләсәк. Декабрҙә иһә театр коллективы кескәй дуҫтарыбыҙҙы йылдағыса Яңы йыл тамашалары менән ҡыуандырырға әҙерләнә. Был юлы Е.Шварцтың “Юғалған ваҡыт хаҡында әкиәт” әҫәре буйынса Айҙар Зарипов инценировкаһында өр-яңы спектакль сәхнәгә сыға.