+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Октябрь 2023, 11:00

150 йәш уҡытыусы республика Башлығы грантын аласаҡ

Башҡортостанда ауылда эшләгән 150 йәш уҡытыусының һәр береһенә республика етәксеһенең 690 мең һумлыҡ гранты тапшырыла. Республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ошондай ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

150 йәш уҡытыусы республика Башлығы грантын аласаҡ150 йәш уҡытыусы республика Башлығы грантын аласаҡ
150 йәш уҡытыусы республика Башлығы грантын аласаҡ

Башҡортостанда ауылда эшләгән 150 йәш уҡытыусының һәр береһенә республика етәксеһенең 690 мең һумлыҡ гранты тапшырыла. Республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ошондай ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Грантҡа рус теле, әҙәбиәт һәм география уҡытыусыһы Эльвира Әүхәҙиева, математика һәм информатика уҡытыусыһы Илшат Арыҫланов, башланғыс кластар уҡытыусыһы Резеда Гиранова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Эдуард Еремеев, информатика уҡытыусыһы Ангелина Селиванова һәм башҡалар лайыҡ булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, грантҡа 15 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙың дөйөм белем биреү ойошмаларында ике йыл эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас