

Башҡортостан спортсылары Волга буйы федераль округы йыйылма командаһы составында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионатында өсөнсө урынды яуланы. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хәсән Нуриев, Атам Барахоев, Карен Галстян, Урусхан-Бәк Балаев һәм Алихан Цечоев бронза миҙалдарға лайыҡ булды.
Дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты Кемерово ҡалаһының «Кузбасс-Арена»һында үтте. Унда илдең 59 төбәгенән 500-ҙән ашыу спортсы иң көслөләр исеме өсөн көрәште.
Өфөлә лә Көрәш һарайы төҙөлә, тип хәбәр иткәйнек. 2019 йылдың авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спорт объектын төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһаны.