

Бөгөн, Халыҡ-ара кейеҙ көнөндә, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Кейеҙфест” II Республика асыҡ фестивале лауреаттарының һәм дипломанттарының ижади күргәҙмәһе асылды.
Педагог һәм остаз йылына арналған фестиваль Өфөлә 23 августан алып 24 сентябргә тиклем М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының “Ижад” күргәҙмә залында үтте. Милли музейҙа иһә 7 – 17 йәшлек балаларҙың “Интерьер әйберҙәре”, “Кейем һәм аксессуарҙар”, “Ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар һәм сувенирҙар”, “Арт-объекттар”, “Коллектив эштәр” номинацияларында иң яҡшы тип билдәләнгән эштәре урын алған.
Күргәҙмә 15 октябргә тиклем дауам итә.
“Ҡорама кейеҙ” Бөтә Рәсәй арт-симпозиумында кейеҙ оҫталары һәм рәссамдарының коллектив эше булған кейеҙ балаҫ күргәҙмәлә айырым урын биләп тора. Ҙур, үҙенсәлекле панно 95 бәләкәй паннонан тора, уны баҫыуҙа Башҡортостан, Екатеринбург, Ҡаҙан, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург, Железногорск, Усинск (Коми Республикаһы), Элиста (Ҡалмыҡ Республикаһы), Аҡтүбә (Ҡаҙағстан) оҫталары ҡатнашҡан. Милли музейға 11 октябрҙә – Республика көнөндә килгәндәр ул панноны бар матурлығында күрә аласаҡ.