

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөнә арналған “Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль тәжрибәләр” төбәк-ара семинар-кәңәшмәһе уҙҙы. Мәртәбәле сараға “Айыҡ ауыл” конкурсының республика һәм район ойоштороу комитеттары ағзалары, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән абруйлы спикерҙар, Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, власть органдары вәкилдәре, “Айыҡ ауыл” проектында ҡатнашыусылар, йәмәғәтселәр йыйылды.
Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса бөтә илгә таратырлыҡ ҙур тәжрибә тупланған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова “Айыҡ ауыл” конкурсын уҙғарыу буйынса республикабыҙ тәжрибәһе Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм уникаль күренеш булыуын билдәләне.
– Беҙ, ойоштороусылар һәм координаторҙар булараҡ, һәр ваҡыт хеҙмәттәшлеккә әҙер. Бөгөн “Айыҡ ауыл” проектының ярайһы уҡ етди норматив базаһы һәм яҡшы һөҙөмтәләре бар, – тине ул.
Семинарҙың беренсе өлөшөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе координаторы, медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева һәм ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Тоболина алып барҙы.
–“Айыҡ ауыл” конкурсы республикала бишенсе йыл үткәрелә, – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. Ул конкурсты уҙғарыуға бөтә министрлыҡтар, ведомстволар йәлеп ителеүен әйтеп үтте, сөнки проект сиктәрендә ҡуйылған етди бурыстарға тик ведомство-ара хеҙмәттәшлек ярҙамында ғына өлгәшеп була.
Семинарҙа ҡатнашыусылар Баймаҡ, Хәйбулла райондары вәкилдәренең, Республика клиник наркология диспансеры баш табибы Руслан Арыҫлановтың, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры Ниля Белобородованың һәм башҡаларҙың сығыштарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.
Урал дәүләт тау университетының теология кафедраһы мөдире, Екатеринбург епархияһының айыҡлыҡты раҫлау буйынса бүлеге етәксеһе, протоиерий Игорь Бачинин күрше өлкәлә эскелекте профилактикалау тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Сараның икенсе өлөшөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, “Айыҡ ауыл” республика конкурсын ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова алып барҙы.
Семинарҙа ҡатнашыусыларға 2021-2022 йылдарҙағы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан Асҡын районы Солтанбәк ауылының видеопрезентацияһы күрһәтелде.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Айыҡ Рәсәй” федераль проекты етәксеһе Бийсултан Хамзаев ауыл муниципаль берәмектәрендә эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса төбәктәр тәжрибәләре менән таныштырҙы. Рәсәй Йәмәғәт палатаһының халыҡта сәләмәт йәшәү рәүеше нормаларын үҫтереү буйынса координация советы рәйесе урынбаҫары, МДУ профессоры Виктория Аршинова ошо советтың айыҡлыҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелгән эше хаҡында бәйән итте.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Айыҡ Башҡортостан” проекты координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов республикала алкоголь продукцияһы әйләнешен закондар ярҙамында көйләү тураһында һөйләне.
Саха Республикаһы Йәмәғәт палатаһының социаль сәйәсәт, демография, ғаиләне һәм балалыҡты яҡлау комитеты рәйесе Елена Колесникова Яҡутияның был йүнәлештәге тәжрибәһе менән бүлеште. Бүрәт Республикаһы Йәмәғәтселек һаулығы һәм медицина профилактикаһы үҙәге табип-наркологы Анна Нагаслаеваның һәм Һарытау өлкәһе Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Наталия Королькованың сығыштары ла бик йөкмәткеле, фәһемле булды.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм республикабыҙҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторҙо.
Юлай Кәримов фотоһы.