+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
3 Октябрь 2023, 10:40

42 меңгә яҡын уҡытыусы Уҡытыусылар көнөн билдәләй

Мәктәп уҡытыусыларының күпселек өлөшөн (89%) ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, урта һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары араһында гүзәл заттар — 79%, юғары уҡыу йорттарының профессор-уҡытыусылары араһында иһә 60%.

42 меңгә яҡын уҡытыусы Уҡытыусылар көнөн билдәләй42 меңгә яҡын уҡытыусы Уҡытыусылар көнөн билдәләй
42 меңгә яҡын уҡытыусы Уҡытыусылар көнөн билдәләй

5 октябрҙә Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Башстаттың 2022-2023 уҡыу йылы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә 115 мең хеҙмәткәр эшләй (республика предприятиеларында һәм ойошмаларында эшләүселәрҙең дөйөм һанынан 12%). Уларҙың 32,6 меңе — мәктәп, 4,4 меңе — урта махсус уҡыу йорттары, 4,6 меңе — юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары. Педагогтарҙың 91% юғары белемгә эйә.

Мәктәп уҡытыусыларының күпселек өлөшөн (89%) ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, урта һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары араһында гүзәл заттар — 79%, юғары уҡыу йорттарының профессор-уҡытыусылары араһында иһә 60%.

Дөйөм белем биреү ойошмаларында кадрҙар даимилығы күҙәтелә: һәр икенсе педагогтың 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе бар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-03/v-bashkirii-den-uchitelya-otmetyat-okolo-42-tysyach-prepodavateley-3462900

Автор:
Читайте нас