+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Октябрь 2023, 07:05

Өфөлә «Батыр» хәрби-патриотик паркы асыласаҡ

Өфөнөң Дим районында «Батыр» хәрби-патриотик паркы булдырыла. «Орион» ижад һарайы скверында спорт ҡоролмаларын ҡороу башланды, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Антон Тарасов.

Өфөлә «Батыр» хәрби-патриотик паркы асыласаҡӨфөлә «Батыр» хәрби-патриотик паркы асыласаҡ
Өфөлә «Батыр» хәрби-патриотик паркы асыласаҡ

Өфөнөң Дим районында «Батыр» хәрби-патриотик паркы булдырыла. «Орион» ижад һарайы скверында спорт ҡоролмаларын ҡороу башланды, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Антон Тарасов.

Уның һүҙҙәренсә, шәхси балалар баҡсалары селтәре проекты «Беренселәр хәрәкәте» федераль грант конкурсында еңеү яулаған. Авторҙар күҙаллауынса, парк зонаһы ҡаршылыҡтар һыҙаты элементтарынан торасаҡ, унда уҡыусылар һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн спорт һәм патриотик саралар уҙғарырға ниәтләйҙәр.

Ҡаршылыҡтар һыҙатын төҙөп бөткәс, яҡташтарыбыҙ – Рәсәй Геройҙары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, яугир-интернационалистар, махсус хәрби операция яугирҙәре, шулай уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар тураһында мәғлүмәт стендтары менән «Геройҙар аллеяһы»н булдырып, 30 төп ҡарағай ултыртырға йыйыналар. 

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас