+30 °С
Болотло


Өфөнөң реконструкцияланған Аксаков баҡсаһы тантаналы рәүештә 11 октябрҙә, Республика көнөндә, асыласаҡ.
Эргә-тирәләге биләмәләрҙе төҙөкләндереү, скейт-парк, амфитеатр сәхнәһен, сауҙа киоскыларын, асыҡ китапхананы, инженер коммуникацияларын монтажлау эштәре тулыһынса тамамланған. Дөйөм әҙерлек – 95%, тип хәбәр итәләр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.
Пушкин урамы яғынан тарихи инеү урынын реставрацияларға кәрәк. «Ал сәскә» арт-объекты һәм «Бала саҡ» скульптураһы урынлаштырыла.
Яңы күпер урамы яғынан яңы инеү урынын биҙәкләү буйынса эш алып барыла.
Сығанаҡ: «Башинформ».