

1 октябрҙән Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында хәрби хеҙмәткә саҡырылыш башлана (Алыҫ Төньяҡта ғына климатҡа бәйле 1 ноябрҙән). Был турала Оборона министрлығы вәкилдәре Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Цимлянскийҙың брифингында белдерҙе.
«Егеттәрҙең барыһы ла Рәсәй биләмәһенә хеҙмәт итергә ебәрелә. Улар махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә ҡатнашмай», - тип билдәләнеләр Оборона министрлығында.
Хәрби хеҙмәтен тултырған егеттәр өйҙәренә ҡайтарыла.
Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабында өҫтәмә мобилизация сараларын уҙғарыу планы юҡ.