+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
28 Сентябрь 2023, 05:30

“Мин яратам һине, тормош!” фестивале гала-концерты була

Өфөлә 29 сентябрҙә Конгресс-холл майҙансығында өлкән йәштәгеләрҙең ижадына арналған “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале гала-концерты буласаҡ. Был сағыу мәҙәни ваҡиға йыл һайын республикабыҙҙың ҙур һәм бәләкәй сәхнәләрендә 55 йәштән өлкән 2500-ҙән ашыу үҙешмәкәр артисты йыя.

“Мин яратам һине, тормош!” фестивале гала-концерты була“Мин яратам һине, тормош!” фестивале гала-концерты була
“Мин яратам һине, тормош!” фестивале гала-концерты була

Өфөлә 29 сентябрҙә Конгресс-холл майҙансығында өлкән йәштәгеләрҙең ижадына арналған  “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале гала-концерты буласаҡ. Был сағыу мәҙәни ваҡиға йыл һайын республикабыҙҙың ҙур һәм бәләкәй сәхнәләрендә 55 йәштән өлкән 2500-ҙән ашыу үҙешмәкәр артисты йыя.

Быйыл фестиваль Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына арнала. Гала-концертта 300-гә яҡын ҡатнашыусы – бөтә республиканан килгән үҙешмәкәр артистар һәм ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ. Концерт башланыр алдынан өлкән йәштәгеләр өсөн “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проектының консультация майҙансыҡтары эшләйәсәк.

Фото ”Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас