+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
28 Сентябрь 2023, 11:21

Балалар баҡсалары педагогтарына Башҡортостан Башлығы премиялары тапшырылды

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» һөнәри конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Туған тел уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеһе еңеүселәрен һәм лауреаттарын тәбрикләү тантанаһы үтте.

Балалар баҡсалары педагогтарына Башҡортостан Башлығы премиялары тапшырылдыБалалар баҡсалары педагогтарына Башҡортостан Башлығы премиялары тапшырылды
Балалар баҡсалары педагогтарына Башҡортостан Башлығы премиялары тапшырылды

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығында «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» һөнәри конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Туған тел уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеһе еңеүселәрен һәм лауреаттарын тәбрикләү тантанаһы үтте.

Конкурс 2023 йылдың февраль-март айҙарында ойошторолдо. Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларынан 91 педагог үҙ оҫталығын күрһәтте, уларҙың 30-ы туған тел уҡытылған төркөмдәрҙә эшләй.

«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсында Өфө районы Жуков ауылының «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Арина Баҡыева еңеү яуланы. Сентябрҙә Арина Баҡыева Волгоград өлкәһендә үткән «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе» XIII Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабында республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтте.

«Туған тел уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеһе еңеүсеһе, Өфөнөң 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлсинә Ишбаева Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһында «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәте уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында ҡатнашты. Педагог конкурстың барлыҡ һынауҙарын уңышлы үтеп, лауреат исемен, шулай уҡ «Иң яҡшы дәрес өсөн халыҡ тауыш биреүе» һәм «Иң яҡшы медиавизитка» номинацияларында еңеү яуланы

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: республика етәксеһе Радий Хәбиров «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Туған тел уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеһе еңеүселәре һәм лауреаттары өсөн Башҡортостан Башлығы премияһын булдырырға ҡушҡайны.

Конкурс лауреаттары исеменә лайыҡ педагогтарға Башҡортостан Башлығы премияһын биреү хаҡындағы тәүге дипломдарҙы республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин тапшырҙы.

 Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас