+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
28 Сентябрь 2023, 07:08

Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар "Башҡортостан үҙ күҙҙәре менән" проектында ҡатнаша

22–29 сентябрҙә ишетеү һәләте боҙолған коррекция мәктәптәре уҡыусылары «Башҡортостан үҙ күҙҙәре менән» республика проекты сиктәрендә тыуған яғы һәм уның матур йолалары менән таныша.

Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар "Башҡортостан үҙ күҙҙәре менән" проектында ҡатнашаҺаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар "Башҡортостан үҙ күҙҙәре менән" проектында ҡатнаша
Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар "Башҡортостан үҙ күҙҙәре менән" проектында ҡатнаша

Башҡортостанда 22–29 сентябрҙә ишетеү һәләте боҙолған коррекция мәктәптәре уҡыусылары «Башҡортостан үҙ күҙҙәре менән» республика проекты сиктәрендә тыуған яғы менән таныша. Республика мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, проектта Өфө һәм Стәрлетамаҡтың коррекция мәктәптәренән 180-дән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Балалар республика буйлап сәйәхәт итә, «Башҡортостан йөрәге» этнокомплексында оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, милли аш-һыуҙы һәм йолаларҙы өйрәнә. «Башҡортостан үҙ күҙҙәре менән» проекты республиканың мәғариф һәм фән министрлығы, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы,  «Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте» Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе, Өфө һәм Ғафури районы хакимиәте ярҙамында Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.

Ошоғаса яҙылған мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда «Мәктәп туризмы» программаһында 19 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас