

Республикабыҙҙа йәшәүселәргә 2022 йылдың 1 сентябренән 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем бирелгән ипотека кредиттары күләме, Башҡортостан Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса, 96,2 процентҡа артҡан.
Башҡортостан Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ғинуар-сентябрҙә ипотека килешеүҙәре 46 процентҡа күберәк теркәлгән. Йыл башынан һигеҙ айҙа республикала 85,87 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән.
Был мәғлүмәттәр быйыл күсемһеҙ милек баҙарының әүҙем үҫешеүе тураһында һөйләй. Льготалы программалар ҡулланыу һөҙөмтәһендә яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙарҙы һатыу артҡан, яңы торлаҡ хаҡы хәҙер “икенсел” торлаҡтан юғары. Шул ерлектә Өфөлә яңы булмаған фатирҙарға ихтыяж үҫкән.
Фото “Башинформ”дан алынды.