+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Сентября 2023, 05:16

Тәрбиәселәрҙе һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ!

Рәсәйҙә бөгөн Тәрбиәселәр Һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Тәрбиәселәрҙе һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ!Тәрбиәселәрҙе һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ!
Тәрбиәселәрҙе һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ!

Рәсәйҙә йыл һайын 27 сентябрҙә Тәрбиәселәр Һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы һайланмаған. Илебеҙҙә беренсе балалар баҡсаһы Санкт‑Петербургта 1863 йылдың 27 сентябрендә асыла. “Тәрбиәсе көнө – яңы байрам. Уның маҡсаты – йәмғиәттең балалар баҡсаһына һәм кескәйҙәргә күберәк иғтибар бүлергә ярҙам итеү. Мәктәпкәсә осор – бала тормошонда айырыуса мөһим һәм яуаплы ваҡыт, был йәштә ул шәхес булараҡ формалаша, һаулығына, тәрбиәһенә төплө нигеҙ һалына. Һәр баланың имен һәм бәхетле бала сағы, артабанғы яҙмышы тәрбиәсенең аҡылына, уның сабырлығына, бәләкәстең эске донъяһына иғтибар итеүенә бәйле.

Республика мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республиканың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында   19,2 меңдән ашыу педагог эшләй. Балалар баҡсаларында 220 мең бала, шул иҫәптән 2 айҙан 3 йәшкә тиклемге 38 мең сабый тәрбиәләнә. 2019 йылдан алып төбәктә 48 яңы балалар баҡсаһы асылған.   Башҡортостан өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү мөмкинлеген тәьмин итеп, Рәсәй Президентының программаһын ваҡытынан алда үтәне. Бөгөн бөтә бәләкәстәр ҙә сират буйынса балалар баҡсаһында урын ала.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас