

Мәләүездә янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал күп балалы ғаиләне бәләнән ҡотҡарған. БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүәт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров үҙенең телеграмм-каналында хәбәр итеүенсә, иҫкәртеү сараларын уҙғарыу барышында минисиренаның эшләп китеү факты асыҡланған. «24 августа кис күп балалы ғаиләнең фатирында янғын сығыуы тураһында хәбәр итеүсе ҡорамалдың сигналы яңғырай. Көслө тауыштан йорт хужабикәһе уянып китә һәм духовкаға бешерергә ҡуйған ризығының көйгән еҫен тоя. Йүгереп барып газды һүндерә. Шулай итеп, үҙе лә, балалары ла иҫән ҡала», — тип яҙған ул. Ҡорамалдың ваҡытында янғын хаҡында белгертеүе әсәйҙең һәм өс баланың ғүмерен һаҡлап ҡала.
Фото: "Башинформ"дан.