+30 °С
Болотло


Республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусылар арта бара. Үткән тәүлектә инфекция 61 ауырыуҙа раҫланған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Әлеге мәлдә бөтәһе меңгә яҡын яҡташыбыҙ ковид менән ауырый. Шуларҙың 116-һы дауаханала ята, 871-е амбулатор шарттарҙа дауалана. Пандемия башланғандан алып вирус республикала 371 414 кешелә асыҡланғн.