+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Сентябрь 2023, 08:43

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы бейеү әҙерләй

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тамашасыларын “Әсе әрем хәтере” тигән яңы бейеү менән ҡыуандырырға йыйына. 

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы бейеү әҙерләйФәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы бейеү әҙерләй
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы бейеү әҙерләй

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тамашасыларын яңы бейеү менән ҡыуандырырға йыйына. Бейеү авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин. Яңы хореографик композиция “Әсе әрем хәтере” тип атала, тип хәбәр итәләр ансамблдең социаль селтәрендә.

Төрки халыҡтар өсөн әрем – тыуған ил символы. Элек ата-бабаларыбыҙ юлға сығыр алдынан үҙҙәре менән әрем һалынған кескенә тоҡсай алған. Әремдең әсе еҫе тыуған яҡтарҙы, ата йортон иҫкә төшөрөр булған. Ситтә йөрөгәндә тыуған яҡты хәтерләткән бәләкәй генә нәмә лә бик ҡәҙерле һәм һәр хәтирә көс бирә, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә, еңеүгә әйҙәй.

  – "Әсе әрем хәтере" бейеүе боронғо ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлегенә арнала. Бейеү һөңгөләр, ҡылыстар, уҡтар менән һуғышырға тура килгән заманда батырҙарыбыҙҙың хәрби походтан ҡайтыуын сағылдыра, – ти Роберт Хәмиҙуллин.

Яңы бейеү премьераһын ансамблдең 85-се ижад сезонын асҡанда “Башҡортостан” дәүләт концерт залында күрергә мөмкин буласаҡ.

Фото ансамблдең социаль селтәренән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас