

Астанала уҙған “Иннопром. Ҡаҙағстан" халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республиканың Ҡаҙағстан менән иҡтисади хеҙмәттәшлек тәжрибәһе хаҡында һөйләне. Эшлекле аралашыу Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса ҙур түңәрәк өҫтәл ултырышы сиктәрендә үтте. Унда Рөстәм Моратов туристик хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында бәйән итте. Хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу тәү сиратта транспорт һәм логистик инфраструктураны үҫтереү иҫәбенә тормошҡа ашырыла, тип билдәләне министр. Бөгөн Өфөнән Алма-атаға һәм Астанаға тура авиа бәйләнеш булдырылған. Былтыр ғына был йүнәлештәр буйынса 9 меңдән ашыу пассажир осҡан. Шулай уҡ «Башҡортостан-Ҡаҙағстан оҙон ғүмерлелеге» берлектәге проектын башлау тураһында килешеү нығытылды. Ул Рәсәйҙәге оло йәштәге граждандарға Ҡаҙағстанға барырға һәм уларҙың өлкәндәренә беҙгә килергә мөмкинлек бирәсәк. Ғөмүмән алғанда, 25-27 сентябрҙә Астанала үткән “Иннопром. Ҡаҙағстан" халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә бизнес-диалог сиктәрендә 300-ҙән ашыу һөйләшеү ойошторолдо. Тәүге эш көнө йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың өс компанияһы ярты миллиард һумға яҡын суммаға экспорт килешеүҙәре төҙөнө, тағы ла икәүһе хеҙмәттәшлек тураһында меморандумдарға ҡул ҡуйҙы.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.