

2023 йылдың йәйендә күҙәтелгән ҡояш әүҙемлегенең киләһе айҙарҙа тағы ла көсәйеү ихтималлығы бар, тип фаразлайҙар. Уның билдәләре әле үк күҙәтелә, тип хәбәр итә Рәсәйҙең ҡояш астрономияһы лабораторияһы белгестәре. Төп сәбәптәрҙең береһе – көҙгө-ҡышҡы осорҙа Ҡояштың үҫеш фазаһына яңынан ҡайтыуы: унда гөлт итеп тоҡаныу һәм массаны коронар ырғытыуҙар кеүек әүҙемлектең йышайыуы геомагнит дауылдар тыуҙыра. Ҡояшты күҙәтеүҙәр ҙә быны раҫлай. Сентябрҙең икенсе аҙнаһы эсендә генә ул ялҡындар ике тапҡырға артҡан. Шулай уҡ айҙың беренсе яртыһында ике магнит дауылы теркәлгән. Бөгөн, 25 сентябрҙә, көслө магнит дауылы көтөлә. Магнит дауылына Башҡортостанда төньяҡ балҡышына оҡшаш күк күренешенең күҙәтелеүе лә сәбәпсе булыуы мөмкин.
Фото: "Башинформ"дан.