

Өфөнөң Пушкин урамындағы 56-сы йорт эргәһендә бәләкәй ҡыҙға берәҙәк эт һөжүм иткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, берәҙәк эт бәләкәстең битен һәм сәсле баш тиреһен тешләгән, ҡуррҡан һәм йәрәхәтләнгән ҡыҙсыҡҡа дауаханаға мөрәжәғәт итергә тура килә. "Уны ҡабул итеү-диагностика бүлексәһендә табиптар: рабиолог, нейрохирург, яңаҡ-йөҙ хирургы тикшергән һәм яңаҡ-йөҙ хирургияһы бүлексәһенә һалғандар», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Балаларҙы ул берәҙәк эттәрҙән нисек һаҡларғалыр инде? Көн дә бер ваҡиға булып тора, хәҙер хатта баш ҡаланың үҙәк урамдарынан үтеү ҙә хәүефһеҙ түгел, баҡһаң...
Фото: "Башинформ"дан.