+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
22 Сентябрь 2023, 12:27

Радий Хәбиров федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бүләкләү тантанаһы бөгөн Сочиҙа XXVII «Бөтә Рәсәй – 2023» заманса журналистика форумы майҙансығында үтте.

Радий Хәбиров федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙыРадий Хәбиров федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы
Радий Хәбиров федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына республиканың юғары наградаларын тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы бөгөн Сочиҙа XXVII «Бөтә Рәсәй – 2023» заманса журналистика форумы майҙансығында үтте.

Генерал Шайморатов ордендары менән «Комсомольская правда» гәзитенең сәйәсәт бүлеге махсус хәбәрсеһе Александр Коц, «Известия» мультимедиа мәғлүмәт үҙәге хәбәрсеһе Эмиль Тимашев, «Беренсе канал» хәбәрсеһе Дмитрий Толмачев бүләкләнде.

Генерал Шайморатов миҙалдарына «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Күскәрбәков, «Башҡортостан» телестудияһының мәғлүмәт программалары баш белгесе Рафиҡ Әхмәтшин һәм «Башҡортостан» телестудияһының оператив контент редакцияһы мөхәррире Ильяс Батыргәрәев лайыҡ булды.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас