

Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры коллективын яңы художество етәксеһе һәм баш дирижеры, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Ринат Мөхәмәтйәнов менән таныштырҙылар. "Ринат Ғамир улы – оркестр өсөн сит кеше түгел, 2010 йылдан шул коллективта эшләй. 2016 йылдан – Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры дирижеры һәм концерт директоры. Уның тырыш хеҙмәте арҡаһында оркестр республика һәм Рәсәй ҡалаларының алдынғы концерт майҙансыҡтарын биҙәне һәм киң танылыу яуланы", – тип хәбәр иттеләр оркестрҙа. Быға тиклем эшләгән баш дирижер Линар Дәүләтбаев 2016 йылдың сентябренән Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән етәкселек итте.