+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
22 Сентябрь 2023, 12:59

«Ҡала халҡы аллеяһы»нда яңы йүкәләр ултырттылар

Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына әҙерлек әүҙем бара.

«Ҡала халҡы аллеяһы»нда яңы йүкәләр ултырттылар«Ҡала халҡы аллеяһы»нда яңы йүкәләр ултырттылар
«Ҡала халҡы аллеяһы»нда яңы йүкәләр ултырттылар

Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына әҙерлек әүҙем бара. Акция сиктәрендә бөгөн Октябрь проспекты буйлап 20 йүкә ултыртылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ «Ҡала халҡы аллеяһы»нда 100 декоратив йүкә ултыртылды. Көҙгөһөн Октябрь проспекты буйлап 85 ҙур ағас үҫентеһе ултыртыу планлаштырыла.

Мәғлүм булыуынса, 23 сентябрҙә ҡалала сираттағы «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы ойошторола. Өфөләр төрлө ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртасаҡ, яңы аллеялар төҙөләсәк. Быйыл көҙ Башҡортостандың баш ҡалаһында йәмғеһе яңы 2393 ағас һәм 2966 ҡыуаҡ барлыҡҡа киләсәк.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас