

Башҡортостанда суд ювелир магазинынан 12 миллион һумдан ашыу суммаға затлы биҙәүестәр урлаған 23 йәшлек ҡатынға хөкөм ҡарары сығарҙы. Киров район суды ҡарарынан асыҡланыуынса, 2022 йылдың октябрендә Түбәнге Новгород өлкәһенән килгән ҡыҙ Өфөләге ювелир салонына һатыусы-консультант булып эшкә урынлаша. Бер айҙан һуң, танышының үтенесе буйынса, ул магазиндағы 1,5 меңгә яҡын аҫыл таштарҙы рюкзағына тултырып алып, Силәбе өлкәһендәге бер ҡунаҡхана эргәһендәге курьерға тапшыра. Уның законһыҙ ғәмәле һөҙөмтәһендә 12 миллион һумдан ашыулыҡ зыян килтерелгән. Ҡатын енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный. Суд уға дөйөм режимлы колонила 5 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй, шулай уҡ зыянды ҡаплау талаптарын ҡәнәғәтләндерә. Ҡатын суд залында үҙенең йөклөлөгө тураһында белешмә бирә.
“Суд ултырышында ғәйепләнеүсенең адвокаты енәйәт эше материалдарына ғәйепләнеүсенең йөклөлөгө тураһындағы белешмәне ҡушыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. Суд, яҡтарҙың фекерен иҫәпкә алып, был үтенесте ҡәнәғәтләндерҙе», — тип хәбәр итә Киров район судының матбуғат хеҙмәте. Алдан хәбәр ителгәнсә, 2022 йылдың 20 ноябрендә Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә ювелир магазинынан 12 миллион һумдан ашыу хаҡҡа биҙәүестәр юғала. Ваҡиға урынын тикшереү, шулай уҡ видеокүҙәтеү камералары яҙмаларын өйрәнеү һөҙөмтәһендә салон һатыусыһы — Дзержинск ҡалаһында йәшәүсе ҡатын урлашыуҙа шик аҫтына алына. Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәтте асыҡлау хеҙмәткәрҙәре урлашыуҙан һуң ҡыҙҙың Түбәнге Новгород өлкәһенә китеүен һәм шунда табылыуын асыҡлай.
Фото: "Башинформ"дан.