

Башҡортостан Башлығы указы менән 19 сентябрҙән Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауыл советының Өршәк ауылы биләмәһендә, малда ҡотороу сире осрағы асыҡланыу сәбәпле, карантин иғлан ителде. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Уға ярашлы, карантин эпизоотик усаҡ урыны булған шәхси ярҙамсы хужалыҡтың фермаһы биләмәһендә индерелде. Бында малдарҙы дауалау, биләмәгә хеҙмәткәрҙәрҙән тыш сит кешеләрҙең инеүе, йорт хайуандарын индереү йәки сығарыу, ҡыр хайуандарын тотоу, шулай уҡ тиреләрен һыҙырып алыу тыйыла. Ауылда йәрминкәләр уҙғарыу, эт-бесәйҙәр, башҡа хайуандар йыйылыуға сәбәп булырҙай бүтән сараларҙы ойоштороу сикләнде. Шулай уҡ эттәрҙе, бесәйҙәрҙе, сусҡаларҙы, ваҡ һәм эре мөгөҙлө малдарҙы, аттарҙы һ. б. вакцинациялау тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башинформ"дан.