

2025 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса юғары технологиялы 3 объект төҙөләсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә «Рәсәй экологик операторы» предприятиеһы етәксеһе Денис Буцаев менән Өфөнән алыҫ түгел ерҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм күмеү объекттарын булдырыу һәм файҙаланыу буйынса концессия килешеүе нигеҙендә инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙеләр. Премьер-министр Андрей Назаров һүҙҙәренсә, «РЭО» предприятиеһы менән БР Хөкүмәте араһындағы эшмәкәрлек һөҙөмтә бирә һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә заманса инфраструктураны үҫтереү буйынса системалы эш алып барырға яңы мөмкинлектәр аса. «Денис Петрович менән бергә заманса комплекстар булдырыу өсөн ер участкаларының өс варианты менән таныштыҡ. Һәр участканың ыңғай һәм кире яҡтарын билдәләп, техник мәсьәләләр тикшерелде һәм артабан ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеге хәл ителде», – тине Андрей Назаров.
Был юҫыҡта 3 ҙур проект тормошҡа ашырыла. Объекттарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыуҙың дөйөм ҡеүәте йылына 605 мең тонна тәшкил итәсәк. Улар 2025 йылдың аҙағына тиклем төҙөләсәк, тип планлаштырыла. Бынан тыш, Денис Буцаев республика биләмәһендә ҡалдыҡтарҙы ентекле эшкәртеү буйынса заманса экотехнопарк булдырырға тәҡдим итте.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.