Рәсәй Дәүләт думаһы советы бер тауыштан “Депутаттар Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәрҙе генә файҙаланасаҡ”, – тип ҡарар итте. Асыҡланыуынса, төбәктә вәкәләттәрен башҡарыу өсөн уларға машиналар беркетеү мәсьәләһе тикшерелде. Дәүләт думаһының телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдан депутаттар үҙҙәренең һайлау округтарында бары Рәсәй автомобилдәре менән генә тәьмин ителәсәк. Бынан алда парламенттың түбәнге палатаһы рәйесе Вячеслав Володин, Дәүләт думаһы Мәскәүҙә иҫкергән хеҙмәт автотранспортын тик ватаныбыҙҙа етештерелгән автомобилдәргә алмаштыра башлай, тип хәбәр иткәйне.
"Был ҡарарҙар Рәсәй автосәнәғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ә бюджет аҡсалары илдә ҡаласаҡ", - тип билдәләне Вячеслав Володин.
Фото: "Башинформ"дан.