+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
19 Сентябрь 2023, 11:06

Бала яңылыш сымһыҙ ҡолаҡсын йотҡан

Башҡортостанда үҫмер йоҡлағанда сымһыҙ ҡолаҡсын (наушник) йотҡан.

Бала яңылыш сымһыҙ ҡолаҡсын йотҡан
Бала яңылыш сымһыҙ ҡолаҡсын йотҡан

Башҡортостанда үҫмер йоҡлағанда сымһыҙ ҡолаҡсын (наушник) йотҡан. 15 йәшлек пациент ашығыс рәүештә дауаханаһына оҙатылған. Асыҡланыуынса, кис ҡыҙ ҡолағында сымһыҙ ҡолаҡсын менән йоҡлап китә һәм төндә тамағы ауыртыуҙан уяна. Шул мәлдә ул ҡолаҡсыны юҡлығын күрә, ата-әсәһен уята һәм улар “Ашығыс ярҙам” саҡыра.

"Дауаханала уның ашҡаҙанын рентген һәм фиброгастроскопия менән тикшерҙеләр. Ҡолаҡсын эсәктәрҙә табылды. Ҡыҙҙы балалар хирургияһы бүлегенә оҙаттылар. Был осраҡ, шөкөр, операцияһыҙ үтте. Әйбер организмдан тәбиғи юл менән сыҡты», — тип һөйләне үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Бәләкәй әйберҙе йотҡан йәки танауына индергән сабыйҙар стационарға йыш эләгә, тип өҫтәне министр. Ул ата-әсәләрҙе балаларҙың нимә менән шөғөлләнеүен күҙәтергә һәм уларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа өндәне. Бынан алда ун магнит төймәһен йотҡан бала хаҡында мәғлүмәт булғайны.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: