+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Сентябрь , 12:55

Беренсе халыҡ-ара геологтар чемпионатында Рәсәйҙән һәм Ҡаҙағстандан егерменән ашыу команда ҡатнаша

Студенттар аҙна дауамында минералогия, петрография, палеонтология, радиометрия, геохимия, гидрогеология буйынса белемен һынай.

 “ГеоВызов” чемпионатында ҡатнашыу өсөн Владивосток, Грозный, Төмән, Пермь, Мәскәү, Ҡаҙан, Магнитогорск, Красный Луч, Һамар, Новосибирск, Екатеринбург, Миәс, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Ҡаҙағстандан геологтар белемен һынарға, камиллаштырырға, фекерҙәштәр табырға тип йыйылған.

Ярыштар Шишмә, Архангел райондарында, Өфөлә үтә. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы Ғафури, Ишембай райондарына экскурсияларға алып барыу ҡаралған.

– Башҡортостан геология мәктәбе менән дан алған, ул илебеҙҙә иң алдынғыларҙан. Тәбиғәт ресурстары күп булған  бай төбәк ул. Республикала бөтә эталон геологик киҫелештәр ҙә бар, һеҙҙең уларҙы күрергә мөмкинлегегеҙ булыр, – ти Ер аҫты байлыҡтарын  файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в